8 декабрь, Кесе йома

13 май 2015 йыл, 11:05

Өфөнөң «Мираҫ» галереяһында Милә Ғатауллинаның «Мәтрүшкәле сәй» күргәҙмәһе асылды

фото: автор һәм Алексей Крайнюк

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөнөң «Мираҫ» галереяһында Мәскәү рәссамы Милә Ғатауллинаның «Мәтрүшкәле сәй» тип аталған шәхси күргәҙмәһе эшләй башланы. Тыуған йорттоң йылыһына арналған экспозиция пианист Рөстәм Шәйхетдинов башҡарыуында Рөстәм Яхиндың «Китмә, һандуғас!» романсы менән асылды. Күргәҙмәлә 50-гә яҡын сәнғәт әҫәрен күрергә мөмкин. Эштәрҙең һәммәһе лә тыуған төйәккә, уның халҡына һөйөү менән һуғарылған.

Күргәҙмәне асыуҙа автор — Рәсәй һәм Мәскәү Рәссамдар союзы ағзаһы Милә Ғатауллина ҡатнашты.

«Ошо эштәрҙең күбеһе Мәскәүҙә, АҠШ-та, башҡа ҡалаларҙа күрһәтелде, әммә минең өсөн яҡташтарымдың фекере бик мөһим. Күргәҙмәнең исеме серле һан кеүек. Өләсәйҙәребеҙ бешергән мәтрүшкә сәйенең еҫе, тәме һәр кемгә таныш. Бала саҡ хәтирәләрен, хис-тойғоларҙы картиналарымда сағылдырырға тырыштым. Улар һеҙҙең күңелегеҙгә үтеп инер, тип ышанам», — ти Милә Ғатауллина.

Рәссам Өфөлә тыуып үҫкән, 2-се балалар художество мәктәбендә белем алған. Һуңынан Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт художестволы сәнғәт академияһы ҡарамағындағы Томский исемендәге лицейҙа уҡый. 1998 йылда Мәскәү дәүләт художестволы сәнғәт академияһын тамамлай. Шул ваҡыттан алып Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә 100-ҙән ашыу күргәҙмәлә ҡатнаша. Уның картиналары Мәскәүҙең Заманса сәнғәт музейында, Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында һаҡлана.

Сараға килгән ҡунаҡтарҙы мәтрүшкәле сәй менән һыйланылар. «Радио Шансон» һәм «Love Radio» булышлығында ойошторолған күргәҙмә 16 июнгә тиклем дауам итә. Милә Ғатауллинаның эштәрен «Музейҙар төнө» акцияһы ваҡытында ла ҡарарға мөмкин.

темалар: күргәҙмә