Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан паралимпиясыһы Тимур Хәмәтшин — фехтование буйынса Донъя кубогы этабында көмөш призер

Спорт

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Канаданың Монреаль ҡалаһында хәрәкәт итеү органдары зыян күргән спортсылар араһында фехтование буйынса Донъя кубогы этабы уҙҙы.

Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында Башҡортостандан өс спортсы — Альбина Ҡурамшина, Тимур Хәмәтшин һәм Альберт Камалов сығыш яһаны.

Шәхси зачетта спортсыларыбыҙ уңышҡа ирешә алманы. Ирҙәр араһындағы команда ярыштарында Роман Федяев, Александр Кузюков, Роман Йосопов, Тимур Хәмәтшиндан (Башҡортостан Республикаһы, тренеры — Фәрит Арсланов) торған Рәсәй командаһы көмөш миҙалға лайыҡ булды. Алтынды Ҡытай спортсылары яуланы.

Рәсәй спортсыларының иҫәбендә — бер алтын, биш көмөш һәм дүрт бронза миҙал, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть