6 декабрь, Шишәмбе

12 май 2015 йыл, 17:54

Башҡортостанда сәсеү өсөн уңайлы һауа шарттары урынлашты — Ауыл хужалығы министрлығы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Башҡортостанда дымлылыҡ һәм температура режимы буйынса һуңғы 15 йылда ауыл хужалығы өсөн уңайлы шарттар барлыҡҡа килде. Бөтә ерҙә лә сәсеү өсөн ҡулай һауа торошо урынлашты. Климат шарттарын иҫәпкә алып теләһә ниндәй ауыл хужалығы культураларын сәсергә мөмкин, әммә аграрийҙарға ярауай бойҙай, борсаҡ һәм һоло сәсергә тәҡдим ителгән. Был хаҡта шишәмбе яҙғы баҫыу эштәрен үткәреү буйынса киңәйтелгән кәңәшмәлә республика Ауыл хужалығы министрлығының үҫемлекселек һәм мелиорация бүлеге етәксеһе Ирек Сураҡов хәбәр итте.

Һуңғы көндәрҙә яуған ямғырҙар арҡаһында сәсеү кампанияһы әкрен барҙы. Шуға ҡарамаҫтан, республика ауыл хужалығы министры Николай Коваленко һүҙҙәренсә, «бының бер ниндәй ҙә ҡурҡынысы юҡ, әлегә иң ҡулай ваҡыт».

Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгө көндә Башҡортостанда 465 мең гектар майҙанда яҙғы сәсеү эштәре башҡарылған, был пландың 23 процентын тәшкил итә. Шул иҫәптән 364 мең гектарҙа бөртөклөләр һәм ҡуҙаҡлылар (пландың 28 проценты), 15,2 мең гектарҙа — шәкәр сөгөлдөрө (31 процент), 43,8 мең гектарҙа көнбағыш (21 процент) сәселгән. Алдынғылар рәтендә — Әлшәй, Дүртөйлө, Илеш һәм Краснокама райондары эшсәндәре.