8 декабрь, Кесе йома

12 май 2015 йыл, 17:10

Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан республикала 67 меңдән ашыу Бөйөк Ватан һуғышы ветераны түләүҙәр алды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан Башҡортостанда йәшәүсе 67 меңдән ашыу Бөйөк Ватан һуғышы ветераны бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр алды.

Төбәктең пенсия ведомствоһында аңлатыуҙарынса, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, инвалидтарына, концлагерь тотҡондарына, Финляндияға, Японияға ҡаршы һуғышта, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәрҙең, шулай уҡ ҡайтып үлгән һуғыш ветерандары, инвалидтарының тол ҡатындарына ете мең һум аҡса түләнде. Республикала шундай 21392 ветеран йәшәй.

1941 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 9 майына тиклемге осорҙа тылда, СССР-ҙың оккупацияланған биләмәләренән башҡа, алты айҙан кәм эшләмәгән граждандарға, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн орден-миҙалдар менән бүләкләнеүселәр, шулай уҡ нацист концлагерҙарының, төрмәләренең, геттоларҙың бәлиғ булған элекке тотҡондары өс мең һум алды. Түләүҙәр 45635 кешегә күсерелде.