8 декабрь, Кесе йома

12 май 2015 йыл, 16:26

Саммиттар ваҡытында Өфөнөң Салауат Юлаев майҙаны халыҡ-ара матбуғат үҙәгенә әүереләсәк

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Өфөләге Салауат Юлаев майҙанында Халыҡ-ара матбуғат үҙәген төҙөү башланды, унда ШОС һәм БРИКС саммиттарында эшләү өсөн аккредитацияланған 1000 журналист эшләйәсәк. Матбуғат үҙәге 8,5 мең квадрат метр майҙанды биләйәсәк. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына «ШОС БРИКС офис төркөмө «Өфө-2015» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһынан хәбәр иттеләр.

Үҙәкте төҙөү өсөн еңел йыйыла торған тент конструкциялары һайланған. Ул киң мәғлүмәт саралары павильондарына һәм брифинг залдарына бүленә. «Өфө» павильонында иһә бөтә журналистар ҙа Башҡортостандың баш ҡалаһы хаҡында тулы мәғлүмәт аласаҡ.

«Халыҡ-ара матбуғат үҙәген төҙөү саммиттар сиктәрендә алып барыла. Ҡала халҡынан килтерелгән уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенәбеҙ», — тине «ШОС БРИКС офис төркөмө «Өфө-2015» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы директоры Николай Фадеев.

Ҡоролмаларҙы 30 июлгә тиклем һүтеү планлаштырыла.