Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Ҡойма ямғырҙар арҡаһында төбәктә ташҡындың икенсе тулҡыны башланды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

Майҙың тәүге ун көнлөгөндә яуған ҡойма ямғырҙар арҡаһында Башҡортостанда ташҡындың икенсе тулҡыны башланды. Май баштарында һыу кимәле кәмеүгә табан барған республика һыу һаҡлағыстарында йәнә артыу билдәләнгән. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башҡортостан генерациялаусы компанияһынан хәбәр иттеләр.

Мәҫәлән, һуңғы көндәрҙә яуым-төшөм һәм грунт һыуҙарының күтәрелеүе һөҙөмтәһендә Павловка һыу һаҡлағысында һыу секундына 1700 кубометр тиҙлек менән тулған. 26 апрелдә иң юғары күрһәткес теркәлгән — секундына 1750 кубометр. Әлеге ваҡытта 1300 кимәлендә билдәләнгән.

Павловка һыу һаҡлағысы тейешле кимәлгә тиклем тулған — диңгеҙ кимәленән 140 метрға бейегерәк. Секундына 1300 кубометр һыу ағыҙыла.

Йомағужа һыу һаҡлағысында һыу секундына 360 кубометр тиҙлек менән тула. 27 апрелдә — секундына 412 кубометр, ә май баштарында 290 кубометрҙан кәмерәк булған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть