Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан эҙәрмәндәре Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан өс һалдаттың туғандарын эҙләй

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Башҡортостан эҙәрмәндәре Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан өс һалдаттың туғандарын эҙләй. «Рәсәйҙең эҙәрмәндәр хәрәкәте» төбәк бүлексәһе етәксеһе Владимир Волков хәбәр итеүенсә, бер ай элек Беларусь Республикаһы Ҡораллы Көстәренең 52-се эҙләү батальоны Витебск өлкәһе Шумилин районы биләмәһендә яугирҙәрҙең һөлдәләрен тапҡан.

«Илья Герасимович Казаков 1918 йылда Әбйәлил районының Баҡыр Үҙәк ауылында тыуған. Иван Васильевич Копиев Белоретта тыуып үҫкән, ғаиләһенең Матинская урамы, 83-сө йортта йәшәгәнлеге билдәле. Өсөнсө һалдат Нөрмөхәмәт Алтынғужин улы Алтынғужин 1916 йылда Әбйәлил районының Таштимер ауылында донъяға килгән. Уның хаҡында башҡа мәғлүмәттәр юҡ», — тип һөйләне Владимир Волков.

Республиканың эҙәрмәндәр хәрәкәте ағзалары ошо кешеләр тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белеүселәрҙең бәйләнешкә сығыуҙарын һорай.

Белешмә өсөн телефон: 8-961-051-99-83.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть