Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала йылыта

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда көндәр аяҙ, йылы буласаҡ. Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, уҙған төндә республикала яуым-төшөм булмаған, айырым райондарҙа томан төшкән. Һауа температураһы иртәнге сәғәт 5-тә 2 градус һалҡындан (Балаҡатай районындағы Ямаш метеостанцияһы) 6 градусҡа тиклем йылы (Дүртөйлө һәм Бөрөләге метеостанциялар) ине.

12 майға һауа торошо. Аяҙлы-болотло. Яуым-төшөмһөҙ. Ел үҙгәреүсән, талғын. Һауа температураһы төндә нулдән 5 градусҡаса йылы, урыны менән 4 градус һалҡын, ҡырау төшәсәк, көндөҙ 14-19 градус йылы буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть