Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөнөң «Ягуар» клубы спортсылары тай боксы буйынса донъя чемпионатында Рәсәй исеменән сығыш яһаясаҡ

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2015 йыл, 12 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Өфөнөң биш бокссыһы Екатеринбургта үткән Рәсәй беренселегендә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. «Руслан Туҡтаров менән Артемий Бражников алтын миҙал яуланы. Руслан, шулай уҡ көмөш миҙал алған Хәйәм Худойбердиев спорт мастерына кандидат нормативтарын үтәне. Артем Кузеев менән Михаил Артамонов «бронза»ға лайыҡ булды», — тип һөйләне «Ягуар» клубының өлкән тренеры Максим Кузеев.  

Туҡтаров менән Бражников август айында Таиландта уҙасаҡ донъя беренселегендә ил исеменән сығыш яһай.

Теги: тай боксы
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть