4 декабрь, Йәкшәмбе

08 май 2015 йыл, 17:49

Рөстәм Хәмитов Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына юбилей миҙалдары тапшырҙы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 8 майҙа республиканың Хәрби Дан музейында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына юбилей һәм иҫтәлекле миҙалдар тапшырып, уларҙы Еңеүҙең 70 йыллығы менән ҡотланы.

— Һеҙ үҙ ваҡытында ҙур эш башҡарҙығыҙ — йәнегеҙҙе аямай һуғыштығыҙ, илде тергеҙеүгә күп көс һалдығыҙ. Тыуған илебеҙ өсөн барыһын да эшләнегеҙ. Һис шикһеҙ, беҙ һеҙҙең алда бурыслы, — тине төбәк Башлығы. — Һеҙҙең тырышлығығыҙ арҡаһында Бөйөк Ватан һуғышында еңеү яуланыҡ.

Рөстәм Хәмитов республика Еңеүҙең 70 йыллығын яҡшы иҡтисади һөҙөмтәләр менән ҡаршылай тип билдәләне. Атап әйткәндә, ағымдағы йылдың дүрт айында сәнәғәт етештереүе индексы өс процентҡа артҡан. Башҡортостан башҡарма власть органдары эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы егерме төбәге иҫәбенә инде.

— Мин тәү сиратта сәләмәтлек теләйем. Һеҙ беҙгә бирешмәҫ, сағыу тормош өлгөһө булараҡ бик кәрәк. Әлбиттә, йәштәр һеҙҙән өлгө ала, улар башҡарған эштәрегеҙҙе дауам итәсәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе. — Бындай байрамдар йәмғиәтебеҙҙе берләштерә. Улар 70 йыл элек яуланған Еңеү, совет халҡының күрһәткән батырлығы өсөн түгел, күмәкләп ҙур эш башҡарырға мөмкин икәнлеген аңлау өсөн кәрәк.

Бүләкләү тантанаһынан һуң Рөстәм Хәмитов Хәрби Дан музейы экспозицияларын һәм «Фашизмды еңеүҙә һәм Алыҫ Көнсығышты азат итеүҙә СССР-ҙың роле» күргәҙмәһен ҡараны.

Күргәҙмә экспозицияһы Рәсәйҙең Оборона, Сит ил эштәре һәм Мәҙәниәт министрлыҡтары булышлығында ойошторолған. Фотоһүрәттәр һәм фильмдарҙың кадрҙары Рәсәй Ҡораллы Көстәренең үҙәк музейынан алынған. Барлыҡ экспонаттар республиканың Хәрби Дан музейына бүләк ителәсәк.

Сығыштың тулы стенограммаһы һәм бүләкләнеүселәрҙең исемлеге республика Башлығының рәсми сайтында бирелгән.