4 декабрь, Йәкшәмбе

08 май 2015 йыл, 16:58

Өфөлә йәшәүсе ветеран Сәғит Ишбирҙин Мәскәүҙәге Еңеү парадында ҡатнаша

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәғит Ишбирҙин Башҡортостан исеменән Мәскәүҙә Еңеүҙең 70 йыллығына арналған байрам сараларында ҡатнаша. Ветерандың кандидатураһын Башҡортостандың Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары йәмәғәт ойошмаһы тәҡдим иткән.

89 йәшлек ветеран 1943 йылда фронтҡа алынған, артиллерия полкында радист булып хеҙмәт иткән, Курск һуғышында, Польшаны һәм Белоруссияны азат итеүҙә ҡатнашҡан. Еңеү көнөн Берлиндан бер нисә саҡрым алыҫлыҡта ҡаршы алған.

Уның бик күп наградалары бар, II дәрәжә Ватан һуғышы һәм III дәрәжә Дан ордендары кавалеры.

Һуғыштан һуң Сәғит Ишбирҙин мәктәптә уҡытыусы булып эшләй, райондың башҡарма комитеттарын етәкләй. Күп йылдар дауамында Башҡортостандың ветерандар хәрәкәтендә, йәштәргә патриотик һәм әхлаҡи тәрбиә биреүҙә әүҙем ҡатнаша, тиелә Өфө хакимиәтенең рәсми сайтында.

ТАСС хәбәр итеүенсә, Мәскәүгә Рәсәй Президенты тарафынан Еңеү парадына саҡырылған ветерандарҙың тәүге делегациялары 7 майҙа килә башланы. Баш ҡалала Рәсәй төбәктәренән, 16 яҡын һәм ете алыҫ сит илдәрҙән 163 ҡунаҡтың килеүен көтәләр. Еңеү көнө алдынан Мәскәү аэропорттарында һәм вокзалдарында Германия, Франция, Бөйөк Британия, Израиль, Польша, Украина, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Абхазия, Азербайжан, Грузия, Әрмәнстан һәм башҡа илдәрҙән ветерандарҙы ҡаршы алырға әҙерләнәләр. 9 майҙа улар юбилей Парадына, Кремлдәге тантаналы ҡабул итеүгә һәм Ҡыҙыл майҙандағы байрам концертына саҡырылған.