8 декабрь, Кесе йома

08 май 2015 йыл, 16:21

Еңеү көнөндә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Алмағас төҫө. Хәсән Әхтәмовтың хыялы» фильмының премьераһы була

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан «Башҡортостан» ДТРК-һы «Тамыр» телеканалының ижади төркөмө Стәрлетамаҡ районының Аллағыуат ауылында тыуып үҫкән Советтар Союзы Геройы Хәсән Әхтәмовтың тормошона арналған «Алмағас төҫө» документаль проектын әҙерләне. Ул алма баҡсаһы үҫтерергә хыялланған, әммә теләге тормошҡа ашмай. Хәсән Әхтәмов фронтҡа китә һәм 19 йәшендә Румынияның Яссы ҡалаһы эргәһендә батырҙарса һәләк була. 1944 йылдың 13 сентябрендә, үҙе  үлгәндән һуң, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. 9 майҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһында фильмдың премьераһы була.

Телевидение хеҙмәткәрҙәре Дәүләт думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаеваның ярҙамы менән башҡорт һалдаты ерләнгән урынға командировкаға барҙы. Журналист Гөлфиә Раянова, режиссер Альмира Ахунова һәм журналистика ветераны, Бөйөк Ватан һуғышы хаҡында китап авторы Фәрит Вәхитов Хәсән Әхтәмов һәләк булған ерҙә булды. Биш көн эсендә улар Геройға һәм совет һалдаттарына бәйле урындарҙы төшөрҙө. Иң мөһиме, яҡташыбыҙҙың хыялын бойомға ашырҙы — Яссы ҡалаһында Әхтәмов исемендәге алма аллеяһын булдырҙы.

Геройҙың тыуған төйәгендә — Салауат ҡалаһында фильмдың исем туйынан һуң «Юрматы ере» мемориаль комплексы биләмәһендә лә алмағастар ултыртылды. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: бына 40 йылдан ашыу уның тыуған ауылы ер йөҙөндә юҡ.

Сәлиә Мырҙабаева билдәләүенсә, Еңеү көнөн байрам итеү алдынан «Берҙәм Рәсәй» партияһы яугирҙәрҙең һәм тыл эшсәндәренең иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса ҙур эш башҡарған. Шуға бәйле ул Гөлназ Ҡолһарина етәкләгән «Тамыр» студияһының ижади коллективын әүҙем тормош позицияһы һәм Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй»ҙең социаль проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнашыуҙары өсөн почет грамотаһы менән бүләкләне.