Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала ҡыярҙар арзанайҙы, әммә медицина хеҙмәттәре ҡиммәтләнде — статистика

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

Апрель йомғаҡтары буйынса республиканың аҙыҡ-түлек баҙарында ҡулланыусылар хаҡтары индексы мартҡа ҡарата 100 процент тәшкил итте.

Еләк-емешкә, ҡайһы бер йәшелсәләргә һәм социаль әһәмиәткә эйә аҙыҡ-түлеккә хаҡтар төшкән, ләкин алкоголле эсемлектәр ҡиммәтләнгән. Арыш-бойҙай икмәгенең хаҡы 2 процентҡа, бойҙай оно — 2,3, майлы эремсек, майонез, зәйтүн майы, иретелгән сыр 2,0-5,9 процентҡа күтәрелгән. Балыҡтарҙың ҡайһы бер төрҙәре 0,6-5,1 процентҡа, һыйыр һәм сусҡа ите — 3,0-9,1, сәй һәм ҡәһүә 1,9-7 процентҡа артҡан.

Аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙар 0,7 процентҡа ҡыйбатланған. Кейем, аяҡ кейеме һәм трикотаж әйберҙәр — 5,6 процентҡа, йорт өсөн туҡымалар  5,1 процентҡа үҫкән. Парфюмерия-косметика тауарҙарына хаҡтар 1,1-5,2 процентҡа, планшет компьютерҙарына — 3,4, кер йыйыу машиналарына 2,2-3,2 процентҡа күтәрелгән. Шуның менән бергә электр сәйнүктәре, миксерҙар, блендерҙар, үтектәр, микротулҡынлы мейестәр, саң һурҙырғыстар һәм һыуытҡыстар 1,0-4,5 процентҡа арзанайған.

Хеҙмәт күрһәтеү тармағында ла хаҡтар 0,7 процентҡа күтәрелгән. Ҡала телефон, телеграф һәм почта элемтәһе 3,5-13,3 процентҡа ҡиммәтләнгән. Медицина хеҙмәттәре уртаса 5 процентҡа, физиотерапия дауалауы бер айҙа 14 процентҡа артҡан.

Дөйөм алғанда, республикала йыл башынан алып инфляция 7,2 процент тәшкил иткән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть