5 декабрь, Дүшәмбе

08 май 2015 йыл, 14:18

ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан Башҡортостанда «Берҙәмлек» халыҡ-ара милли мәҙәниәт фестивале үтә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 3 июндән 9-на тиклем Башҡортостанда «Берҙәмлек» халыҡ-ара милли мәҙәниәт фестивале үтә.

Быйыл фестиваль ШОС саммиты һәм БРИКС-ҡа ингән дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтары осрашыуының саралар планына индерелгән. Байрам — 2015 йылда Рәсәйҙә ойошторолған алты халыҡ-ара фестивалдәрҙең береһе. Һуңғы ваҡытта ул «Рәсәй мәҙәниәте» федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә уҙғарыла.

Фестивалдә Һиндостандан, Бразилиянан, Ҡытайҙан, Көньяҡ Африка Республикаһынан, шулай уҡ Ҡырғыҙстандан, Үзбәкстандан, Ҡаҙағстандан һәм Тажикстандан 200 кеше ҡатнаша. Башҡортостан исеменән фестиваль уҙасаҡ ҡала һәм райондарҙың ижади коллективтары сығыш яһай. Сағыу концерт программаһынан тыш, биҙәү-ҡулланма сәнғәте йәрминкәһе һәм күргәҙмәһе ойошторола. Унда халыҡ оҫталарының, шул иҫәптән яҡын сит илдәрҙән килгәндәрҙең эштәре тәҡдим ителә.

«Берҙәмлек» фестиваленең программаһы бик бай. 4 июндә фестивалде тантаналы асыу була, 5-дә ҡатнашыусылар Октябрьскийҙағы республика Ҡурай байрамын тамаша ҡыласаҡ. 6-7 июндә Дәүләкән һәм Туймазы райондарында һабантуй уҙа. Сара 8 июндә гала-концерт менән тамамлана.

Фестивалде ойоштороусылар — Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы, Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Октябрьский, шулай уҡ Дәүләкән, Бәләбәй һәм Туймазы райондары хакимиәттәре. Ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡытта фестиваль Башҡортостандың визит карточкаһына әүерелгән. Ошо йылдар эсендә унда 50-нән ашыу ил вәкилдәре, 300-гә яҡын делегация ҡатнашҡан.