Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Баш ҡалаға Еңеү парадында ҡатнашыу өсөн Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары килде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Өфөгә Еңеүҙең 70 йыллығына арналған байрам сараларында ҡатнашыу өсөн бөтә республиканан 300 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны килде. Тантанала ҡатнашыусыларҙы «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһына урынлаштырҙылар.

Бөгөн, 8 майҙа, Хәрби Дан музейында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ветерандарға юбилей миҙалдары тапшырҙы. Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, көндөң икенсе яртыһында «Башҡортостан» концерт залында ветерандар өсөн байрам концерты һәм төбәк Башлығы исеменән тантаналы ҡабул итеү ойошторола.

9 майҙа Өфө хакимиәте бинаһы алдында үтәсәк Еңеү парадында ветерандарҙы республика Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы һәм ведомство ҡарамағындағы учреждение белгестәре, ирекмәндәр, медицина хеҙмәткәрҙәре оҙатып йөрөйәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть