5 декабрь, Дүшәмбе

08 май 2015 йыл, 12:23

Эльбрус тауы түбәһендә Өфөлә үтәсәк саммиттың логотибы төшөрөлгән флаг күтәрҙеләр

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Альпинистар Эльбрус тауы түбәһенә Өфөлә үтәсәк Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС төркөмө саммиттарының рәсми символикаһы төшөрөлгән флаг ҡаҙаны.

Тауға менеү Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған «Red Fox Elbrus Race-2015» ҡышҡы спорт төрҙәре халыҡ-ара фестивале сиктәрендә ойошторолдо.

Флагты ҡаҙауҙа Өфөләге туристик компания вәкиле Сергей Семенов һәм Рәсәй Альпинизм федерацияһының спорт альпинизмы комитеты рәйесе Александр Яковенко ҡатнашты.  

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылдың сентябрендә Башҡортостандың Кушнаренко районы Түбәнге Сәйет ауылы эргәһендәге баҫыуҙа ШОС һәм БРИКС илдәренең баш ҡалаларына күрһәткес ҡуйылды.