5 декабрь, Дүшәмбе

08 май 2015 йыл, 11:50

Еңеү көнөндә Өфөлә йәмәғәт транспорты ярты төнгә тиклем йөрөй

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. 9 майҙа Өфөлә йәмәғәт транспорты ярты төнгә тиклем йөрөй. Төнгө сәғәт 11-ҙән һуң тағы ла 10 троллейбус һәм биш трамвай линияға сыға.

Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Ғарипов исемендәге гимназия» туҡталышында 2-се, 13-сө, 12-се троллейбустар пассажирҙарҙы көтәсәк. Улар «Башҡорт дәүләт драма театры» һәм «Ағиҙел микрорайоны»на ҡәҙәр бара. «Тимер юл дауаханаһы» һәм «Дәүләт циркы» туҡталыштарынан 2-се, 9-сы, 8-се троллейбустарға ултырып, Колхоз баҙарына, ДОК-ка һәм 2-се троллейбус депоһына тиклем барырға була.

«Дәүләт циркы» туҡталышында Көньяҡ автовокзал яғына барыусылар трамвайҙарға ултыра аласаҡ.

«Башавтотранс» автобустары ла төнгө 12-гә тиклем йөрөй.