4 декабрь, Йәкшәмбе

08 май 2015 йыл, 11:02

Республиканың тау йылғаларында һыу кимәленең күтәрелеүе ихтимал

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Яуым-төшөмдөң күп булыуы арҡаһында республиканың ҡайһы бер райондарын һыу баҫыуы ихтимал, тау йылғаларында һәм Ағиҙел үрендә һыу ҡапыл күтәреләсәк.

Йүрүҙән, Эҫем, Әй, Инйәр, Ләмәҙ йылғаларының ярҙарынан сығыуы, эргә-тирәләге тораҡ пункттарҙы һыу баҫыуы мөмкин, тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.

темалар: ташҡын