7 декабрь, Шаршамбы

08 май 2015 йыл, 10:26

Былтырғы йомғаҡтар буйынса Башҡортостан башҡарма власть органдары һөҙөмтәле эшләгән субъекттар иҫәбендә ҡалды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Башҡортостан башҡарма власть органдары һөҙөмтәлелеге күрһәткестәре буйынса илдең алдынғы егерме субъекты исемлегенә инде. Баһалағанда былтырғы һөҙөмтәләр, өс йыллыҡ динамика иҫәпкә алынған. Йомғаҡтар кесаҙна Рәсәй Хөкүмәте ултырышында иғлан ителде.

«Был рейтинг төбәктәр һәм федераль үҙәк өсөн бик файҙалы тип иҫәпләйем. Сөнки ул урындағы властың иғтибарын киҫкен мәсьәләләргә йүнәлтә һәм ошо һандар кемдең нисек эшләүен күрһәтә», — тине ултырышта Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев.

Рәсәй Министрҙар кабинеты сайтында хәбәр ителеүенсә, тәүге тиҫтәгә Татарстан, Чечен, Ингушетия республикалары, Воронеж, Липецк өлкәләре, Санкт-Петербург, Төмән, Тамбов өлкәләре, Ямал-Hенец, Hенец автономиялы округтары, Мари Иле, Мордва республикалары, Мәскәү өлкәһе, Башҡортостан, Ханты-Манси автономиялы округы – Югра, Новосибирск өлкәһе, Краснодар крайы, Әстрхан, Магадан, Сахалин өлкәләре инде.

Төбәктәрҙәге башҡарма власть органдары эшмәкәрлеген баһалау тураһында доклад Рәсәй Президентына тапшырылған. Рейтингта иҡтисад, социаль өлкә үҫешен билдәләгән үҙенсәлектәр, урындағы халыҡтың фекере иҫәпкә алына.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2013 йыл һөҙөмтәләре буйынса төҙөлгән рейтингта Башҡортостан иң яҡшы ун төбәк иҫәбендә ине. Дәртләндереү маҡсатында республика 165,3 миллион һум күләмендә грант алды.