Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының тол ҡатындарына торлаҡ сертификаттары тапшырылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Өфөлә Рәсәй Президентының Башҡортостандағы ҡабул итеү бүлмәһендә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының тол ҡатындарына торлаҡ сертификаттары тапшырылды. Документтарға алты кеше эйә булды.

Рәсәй Президентының «Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын һәм ветерандарҙың тол ҡатындарын торлаҡ менән тәьмин итеү тураһында» Указы ғәмәлгә ашырыла башлағандан алып Башҡортостанда 870 кеше таныҡлыҡ алған. Ошо маҡсатта 1,5 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Сертификат буйынса түләү күләме — 1,2 миллион һум. Республикала торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тағы 494 кеше иҫәпләнә. Уларға социаль ярҙам күрһәтеү өсөн 600 миллион һумдан ашыуыраҡ аҡса талап ителә.

Күптән көткән сертификаттарын алған тол ҡатындар республика етәкселегенә һәм Рәсәй Президентына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

«Илдә тыныслыҡ булһын, киләсәк быуын ҡайғы күрмәһен, тип теләйем. Һуғыш бөткәндә миңә 14 йәш ине, әммә бала саҡта ниҙәр генә күрмәнем», — тип һөйләне Фәһимә Зарипова.

Тантана күмәкләп сәй эсеү менән тамамланды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть