Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Ямғырҙар сәсеүҙе тотҡарламаны — Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

Һуңғы көндәрҙә урыны менән ямғырҙар яуа, шулай ҙа улар сәсеү эштәрен тотҡарламаны. Республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, һуңғы тәүлектә генә 79 мең гектар майҙанда яҙғы культуралар сәселгән. Был дөйөм пландың дүрт процентын тәшкил итә. Шуларҙың 61 мең гектарында — бөртөклөләр һәм ҡуҙаҡлылар, 8,8 мең гектарҙа — көнбағыш, 3,6 мең гектарҙа — шәкәр сөгөлдөрө.

Дөйөм алғанда, бөгөнгө көндә Башҡортостанда 353 мең гектарҙа яҙғы культуралар сәселгән, был был билдәләнгән күләмдең 17 процентын тәшкил итә.

Ауыл хужалығы министрлығында асыҡлауҙарынса, агротехник сроктарға ярашлы сәсеү эштәре республиканың көньяғында — 15 майға, төньяҡ өлөшөндә 25 майға тиклем тамамланырға тейеш. Былтырғыға ҡарағанда, быйыл сәсеү юғарыраҡ темптар менән бара, әммә оҙайлы ямғырҙар арҡаһында игенселәрҙең пландары боҙолоуы ихтимал.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть