3 декабрь, Шәмбе

07 май 2015 йыл, 17:24

Башҡорт драма театрында «Һуғыш хаҡында 70 сюжет» күрергә мөмкин

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында «Һуғыш хаҡында 70 сюжет» сәнғәт күргәҙмәһе эшләй. Икенсе ҡаттағы экспозиция Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арнала.

Күргәҙмәлә төрлө йылдарҙа һуғыш темаһына ҡуйылған спектаклдәрҙән фоторәсемдәр урын алған — «Әсәләр көтәләр улдарын», «Яралы яҙмыш», «Рядовойҙар», «Муса Йәлил», «Ул ҡайтты». Өфө сәнғәт училищеһы рәссамдарының эштәре лә бар: «Ветеран», «Санитарка». Һәр рамда — бер тарих. Уларға ҡарап, тамашасы Еңеүҙең ниндәй ҡорбандар аша яуланғанын аңлай ала. Һуғыш ветерандары һәм яуҙа ҡатнашҡан шаһиттар беҙҙең аранан китә бара. Әммә улар онотолорға тейеш түгел. Күргәҙмәне спектакль алдынан һәм антракт ваҡытында ҡарарға мөмкин, тип хәбәр иттеләр театрҙан.