7 декабрь, Шаршамбы

07 май 2015 йыл, 16:48

Республиканың Арбитраж суды «ДревПром» ойошмаһын банкрот тип таныны

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Стәрлетамаҡтың «ДревПром» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте банкрот тип табылды. Компанияға ҡарата ағымдағы йылдың 23 октябренә тиклем конкурс производствоһы асылған. Конкурс идара итеүсеһе итеп Олег Шершуков тәғәйенләнгән. Суд ҡарары арбитраж судының сайтында баҫылған.

«Ре-Форма» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте дәғүәһе буйынса «ДревПром» ойошмаһына ҡарата банкротлыҡ тураһында эш ҡуҙғатылғайны. 2013 йылдың сентябрендә «Ре-Форма» компанияһы «ДревПром»ға «РЕСО-Лизинг» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә булған кредитын ҡаплау иҫәбенә 770 мең һум аҡса түләй. Әммә килешеүҙә күрһәтелгән шарттар үтәлмәй. «Ре-Форма» ойошмаһына 3,35 миллион һумға яҡын бурысын үҙ аллы түләргә тура килә. Суд «Ре-Форма» компанияһының дәғүәһен ҡәнәғәтләндерҙе һәм «ДревПром»ға дәғүәсе файҙаһына 770 мең һум аҡса түләтеү тураһында ҡарар сығарҙы.

Бурыслы компанияның милкендә Талбазы һәм Салауатта ипотекаға алынған ике гаражы булыуы асыҡланған. ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, «ДревПром»ға 48 еңел автомобиль теркәлгән, шуларҙың 39-на суд тарафынан арест һалынған. Асыҡланыуынса, бурыслының «ЕвроПлат-2010» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән 78 миллион һум күләмендә дебиторлыҡ бурысын талап итергә хоҡуғы бар.

Суд конкурс производствоһы йомғаҡтарын 21 октябрҙә ҡараясаҡ.