Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан уҡыусыһы рәсәйҙәрҙе еңеү байрамы менән ҡотлаясаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Туймазы ҡалаһы 8-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 6 класс уҡыусыһы Иван Примакин «Беҙ — һинең балаларың, Еңеү!» Бөтә Рәсәй мәғрифәтселек проекты еңеүселәренең береһе булды. Ошо конкурста еңеүселәрҙең фотоһүрәттәре Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан сығарылған почта открыткаларын биҙәй. Мәктәп уҡыусыһы Иван Примакин — 316 хәрби осош яһаған Советтар Союзы Геройы Иван Примакиндың ейәне.

Открыткалағы йәш Иван Примакин бөтә рәсәйҙәрҙе бөйөк байрам менән ҡотлаясаҡ. Ул үҙенең еңеүен герой олатаһына арнаған, тип хәбәр иттеләр Туймазы районы хакимиәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть