10 декабрь, Шәмбе

07 май 2015 йыл, 15:26

Төбәктә Атайҙар көнөн байрам итәсәктәр

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында закондар сығарыу һәм башҡарма власть вәкилдәре, йәмәғәтселәр Рәсәйҙә яңы байрам — Атайҙар көнөн билдәләү хаҡында фекер алышты. Хәҙер Дәүләт Думаһы депутаттарының ғаилә институтын нығытыуҙа атайҙарҙың ролен таныуға бәйле датаны булдырыу тураһында башланғысы төбәктәрҙәге йәмәғәт тыңлауҙарында ҡарала.

Атайҙар көнөн байрам итеү өсөн бер нисә вариант: июндең өсөнсө йәкшәмбеһе, ноябрҙең, октябрҙең аҙаҡҡы йәкшәмбеһе, шулай уҡ 23 февраль тәҡдим ителә.

Республика Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова һүҙҙәренсә, Рәсәйҙә Атайҙар көнөн раҫлау тураһында ҡарарҙы 10 йыл көткәндәр. «Бөгөн илебеҙҙә ғаилә башлығының статусын күтәреү темаһы бик мөһим — Рәсәйҙәге һәр икенсе бала атайһыҙ үҫә», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды йәмәғәт эшмәкәре.

Бөгөнгө көндә республиканың 39 муниципалитетында Атайҙар советы булдырылған. Өс йыл рәттән Башҡортостанда атайҙар байрамы үткәрелә. Атайҙар көнөн дәүләт кимәлендә билдәләү йәмғиәттә атайлыҡ статусын күтәреүгә һәм ғаилә институтын нығытыуға булышлыҡ итәсәк, тип йомғаҡ яһанылар фекер алышыуҙа ҡатнашыусылар.