9 декабрь, Йома

07 май 2015 йыл, 14:40

«Газпром» һәм Урал тау-металлургияһы компанияһы вәкилдәре Башҡортостанда Нефть химияһы аҙналығында ҡатнаша

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Майҙың өсөнсө декадаһында Өфөлә Нефть химияһы аҙналығы уҙғарыла. Был — Рәсәй һәм яҡын сит илдәр өсөн мөһим ваҡиғаларҙың береһе. Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, «Газпром», «Урал тау-металлургия компанияһы», «Росэнергоатом», «Лукойл» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре һәм башҡа холдингтар, компанияларҙың эшлекле даирә вәкилдәре, Рәсәй төбәктәре делегацияларының килеүе планлаштырыла. ШОС һәм БРИКС илдәренән нефть химияһы вәкилдәрен дә көтәләр. Тармаҡтың 400 самаһы әйҙәүсе белгестәре үҙҙәренең ҡатнашасаҡтарын  раҫланы.

«Газ. Нефть. Технологиялар 2015» күргәҙмәһе Нефть химияһы аҙналығының төп ваҡиғаһы буласаҡ. Ул «ВДНХ-Экспо» күргәҙмәләр комплексының 14 мең квадрат метр майҙанын биләйәсәк. Күргәҙмә 20-23 майҙа эшләй.

Сараны Рәсәй Энергетика министрлығы,Сауҙа һәм сәнәғәт министрлығы, Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы ярҙамы менән Башҡортостан Хөкүмәте, Сәнәғәт һәм инновациялы сәйәсәт министрлығы, республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы ойоштора.