Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республика халҡы дауаханала һәм мәктәптә бешерелгән аҙыҡтың фотоһын Instagram сайтына ҡуя ала — Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/.

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы Instagram социаль селтәрендә республика халҡынан дауаханала һәм мәктәптә бешерелгән аҙыҡтың фотоһүрәттәрен йыя. Баҫылған һүрәттәрҙе тикшереү социаль учреждениеларҙа туҡланыу системаһын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.

«2014 йылда республикала социаль туҡланыуға 4,5 миллиард һумдан ашыу бүленгән», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы рәйестәше Эльвира Айытҡолова.  

Депутат фекеренсә, «йылдан-йыл дәүләт социаль өлкәгә күпләп аҡса йүнәлтә, ә халыҡтан һорау алыуҙан күренеүенсә, ошо хеҙмәттәр менән ҡәнәғәт булыусылар аҙ. Дауаханаларҙағы һәм мәктәптәрҙәге туҡланыу системаһында тәртип урынлаштырыу еңел түгел. Шуға күрә беҙгә йәмәғәтселектең һәм ошо хеҙмәттәр менән файҙаланыусыларҙың ярҙамы кәрәк».

Instagram социаль селтәренә дауахана ризығы төшөрөлгән фотоны  — #едабольницыРБ, мәктәптекен #едашколыРБ билдәһе менән ҡуйыу зарур. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы төбәк штабының рәсми бите — onf_rb.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть