11 декабрь, Йәкшәмбе

07 май 2015 йыл, 13:03

Бөгөн — Радио көнө

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Бөгөн Рәсәйҙә Радио көнө билдәләнә, уны бөтә элемтә тармағы хеҙмәткәрҙәре байрам итә. 1895 йылдың 7 майында рус физигы Александр Попов беренсе радиобәйләнеш сеансы булдыра һәм донъяға тәүге радиоалғысты күрһәтә.

Башҡортостан — элемтә селтәрен үҫтереү буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе. Һуңғы йылдарҙа республикала һауа линияларын кабелгә, шул иҫәптән оптик һыҙаттарға алмаштырыу буйынса ҙур эш башҡарылды. Улар төбәктең бөтә район үҙәктәрен һәм ҡалаларын берләштерә. Бынан тыш, республиканың бөтә ҡалаларында тиерлек, шулай уҡ ҡайһы бер район үҙәктәрендә телерадиостудиялар бар.

Рәсәйҙә әлеге дата тәүге тапҡыр 1925 йылдың майында билдәләнә. Алдағы түңәрәк даталар һиҙелмәй үтеп китә. Быны шул дәүерҙә Рәсәйҙә барған ҡатмарлы сәйәси ваҡиғалар менән аңлатып була. Радионың 20 йыллығы Беренсе донъя һуғышына тап килә, 25 йыл тулған ваҡытта илдә Граждандар һуғышы барған була.

Радионың ярты быуатлыҡ юбилейы фашистик Германияны еңгән ваҡытҡа тура килә. 1945 йылдың 2 майында СССР Халыҡ Комиссарҙары Советының Александр Попов уйлап тапҡан радионың 50 йыллығын байрам итеү тураһында ҡарары сыға. Йәмғиәттең мәҙәни, сәйәси тормошонда һәм ил оборонаһында радионың ролен иҫәпкә алып, хөкүмәт йыл һайын 7 майҙа Радио көнөн билдәләргә ҡарар итә.

Поповтың исемен Рәсәйҙә генә беләләр. Гульельмо Маркони киң танылыу яулай, ул Александр Попов үҙе уйлап сығарған радиоһын күрһәткәндән бер йыл үткәс кенә Бөйөк Британияның телеграф ведомствоһы хеҙмәткәрҙәренә, армия һәм адмиралтейство вәкилдәренә «үткәргесһеҙ телеграф» тәҡдим итә. Поповтың эше тураһында бер ни ҙә билдәле булмаһа ла, Маркони тәжрибәләре хаҡында мәҡәләләр бөтә гәзиттәрҙә баҫыла.

Әлеге ваҡытта радиобәйләнеш ҙур үҫеш юлы үткән, бөгөн элемтә технологиялары көндәлек тормоштоң айырылғыһыҙ өлөшө булып тора.

«Башинформ» агентлығы коллективы радиола һәм элемтә тармағында эшләүсе журналистарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлай һәм һаулыҡ, ижади уңыштар теләй.