9 декабрь, Йома

07 май 2015 йыл, 11:18

Республика хәрби-патриотик йырҙар конкурсында БДАУ-ның «Йәшлек» ансамбле Гран-при яуланы

фото: Андрей Старостин | видео: Ринат Исҡужин, Мирон Доровских

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡорт дәүләт аграр университетының «Йәшлек» ансамбле «Бөйөк Еңеүҙе данлап!» республика хәрби-патриотик йырҙар конкурсында Гран-приға лайыҡ булды. Шаршамбы, 6 майҙа, БДАУ-ның Йәштәр һарайында үткән гала-концертта йыл һайын ойошторолған йыр бәйгеһенең еңеүселәре иғлан ителде. Сараға Бөйөк Ватан һуғышы һәм локаль һуғыштар ветерандары, ҡала йәштәре саҡырылғайны.

«Ансамблдәр» номинацияһында (18-30 йәш) Салауат музыка колледжының «Melody Mix» ансамбле, Стәрлебаш районынан Регина менән Венера Әхмәроваларҙың дуэты, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның «Вариация» ансамбле республика конкурсы лауреаттары булды. БДАУ-нан Евгений Пастухов менән Эльвира Рәҡипова, Стәрлетамаҡ район мәҙәниәт һарайынан Ринат Ибраһимов ошо йәш категорияһында иң яҡшы башҡарыусылар тип танылды. 13-17 йәштәрҙәге «Ансамблдәр» номинацияһында Дәүләкән районынан «Ивалён», Ағиҙел ҡалаһынан «Ноктюрн», Мәләүездән «Фьюжн» ансамблдәре, Өфөнән «Ассоль» вокаль-бейеү студияһы еңеү яуланы. Өфөнөң 97-се дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы Илдар Башмаков, баш ҡаланың «Йәшлек» үҫмерҙәр клубы тәрбиәләнеүсеһе Рафаэль Ғилморахманов, «Максимум» ижади үҫеш үҙәгенән Диана Иванова, Алһыу Хәйретдинова («Йәш ижадсы» йәштәр үҙәге) ошо йәш категорияһында иң яҡшы солистар тип билдәләнде. «Автор-башҡарыусы» номинацияһында Краснокама районынан Елена Доронина лауреат исемен алды. Ул үҙе яҙған йырын тәҡдим итте.

Гала-концертта 22 билдәле композиция яңғыраны, бәйгеселәр фильмдарҙан, мюзиклдарҙан һәм спектаклдәрҙән Тыуған ил, батырлыҡ, дуҫлыҡ һәм тоғролоҡ тураһында йырҙар башҡарҙы.