8 декабрь, Кесе йома

06 май 2015 йыл, 17:45

Лейпцигтан Өфөгә «Халыҡтар һәм мәҙәниәттәр араһында Дуҫлыҡ күпере» автоуҙышында ҡатнашыусылар килә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Июндә Германияның Лейпциг ҡалаһынан Силәбе өлкәһенең Лейпциг ауылына тиклем автоуҙыш ойошторола. Проекттың маршруты Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө аша үтә.

Автоуҙышта ҡатнашыусы туғыҙ кеше, араларында төрлө милләт вәкилдәре (башҡорт, рус, украин, немецтар) һәм һөнәр эйәләре (архитекторҙар, рәссамдар, кино сәнғәте әһелдәре) бар, 24 июндә Өфөгә килеп етәсәк. Шулай уҡ Мәскәүҙә, Ырымбурҙа, Силәбелә һәм башҡа ҡалаларҙа туҡтарға ниәтләйҙәр. Алты ҡатнашыусы Уралдағы Лейпциг ауылына Силәбе аша самолет менән килә.

Автоуҙыштың Өфөләге программаһында Салауат Юлаев һәйкәленә сәскәләр һалыу, «Төньяҡ амурҙары» клубы ағзалары менән осрашыу ҡаралған.

Лейпциг ауылында халыҡтар араһындағы дуҫлыҡҡа арналған һәйкәлгә нигеҙ ташы һалынасаҡ. Ул казактар һәм 1812 йылғы Ватан һуғышы һалдаттары хөрмәтенә ҡуйыласаҡ.

— Үҙемдең һәм «Уралдағы Лейпциг» ойошмаһы исеменән барыһын да Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы менән ҡотлайым. Автоуҙышты 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүҙе һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙе билдәләгәндә ойошторабыҙ. Беҙҙең Уралға килеүебеҙ — илебеҙҙең бойондороҡһоҙлоғо өсөн башын һалған ата-бабаларыбыҙға ихтирам билдәһе, шуға күрә ул «Халыҡтар һәм мәҙәниәттәр араһында Дуҫлыҡ күпере» девизы аҫтында уҙа, — тип аңлатма бирҙе «Уралдағы Лейпциг» ойошмаһы етәксеһе, Германияла йәшәүсе ватандашыбыҙ Насур Юрушбаев.

темалар: автоуҙыш