8 декабрь, Кесе йома

06 май 2015 йыл, 16:49

Башҡортостанда «Бөйөк Еңеүгә тиклем 100 көн» марафоны тамамлана

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда 30 ғинуарҙа башланған «Бөйөк Еңеүгә тиклем 100 көн» марафоны тамамлана. Проектты ойоштороусылар — Милләт сәләмәтлеге лигаһы фонды һәм Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы.

Сара Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ярҙам күрһәтеү өсөн республика халҡын, учреждение һәм предприятиеларҙы, урындағы үҙидаралыҡ органдары һәм йәмәғәт ойошмаларын берләшергә саҡыра.

Йыйылған аҡсаға ололарға һыу таҙартыу өсөн күсермәле фильтрҙар һатып алына. Марафон 9 майҙа тамамлана.

Бөгөнгө көнгә хәйриә марафоны иҫәбенә 500 меңдән ашыу аҡса күскән. Акцияла һәр кем ҡатнаша ала, бының өсөн 3443 һандарына ПОБЕДА һүҙен яҙып, смс-хәбәр ебәрергә кәрәк. Хаҡы — 50 һум. Аҡсаны «Милләт сәләмәтлеге лигаһы» Хәйриә фонды иҫәбенә лә күсерергә мөмкин.

Рәсәй Һаҡлыҡ банкының 8598-се Башҡортостан бүлексәһе Өфө ҡалаһы

БИК 048073601

к/с 30101810300000000601

Сч. № ИНН 0274990078

КПП 027401001

Сч. № 40703810206000008918

БРБФ ЛЗН

Түләүҙең тәғәйенләнеше — «Бөйөк Еңеүгә тиклем 100 көн» марафоны буйынса хәйриә иғәнәләре».