4 декабрь, Йәкшәмбе

06 май 2015 йыл, 15:52

Өфөнөң 153-сө лицейы республикала тәүгеләрҙән булып «Еңеү өсөн йөҙ балл» бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөнөң 153-сө лицейы республикала тәүгеләрҙән булып Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт ойошторған «Еңеү өсөн йөҙ балл» бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Уның асылы шунда: былтыр дәүләт имтихандарында юғары балл йыйған беренсе курс студенттары быйылғы сығарылыш класс уҡыусыларына кәңәштәр бирә.

Дөйөм белем биреү учреждениеһы директоры Эльвира Минюк һүҙҙәренсә, лицей уҡыусылары, һәр ваҡыттағыса, Берҙәм дәүләт имтихандарында юғары һөҙөмтәләр күрһәтә.

Сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан уҙғарылғас, ул Эрнест Хәйруллин уҡыуында Юрий Визборҙың «Ветеран хикәйәһе» шиғыры менән башланды.

2013 йылда информатика буйынса 100 балл йыйған Әлиә Ғәзизова, хәҙер инде М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының математика факультеты студенткаһы, ун беренсе класс уҡыусыларына видеомөрәжәғәт менән сығыш яһаны. Былтыр физика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханында йөҙ балл туплаған Артур Шәрәфетдинов та бөгөн Мәскәү физика-техник институтының беренсе курсын уңышлы тамамлай.

— 98 балл йыйғас, уҡытыусыларҙың кәңәше буйынса апелляцияға бирҙем һәм 100 балға лайыҡлы икәнлегемде раҫлай алдым, — тип һөйләне Артур. — Имтихан ваҡытында үҙегеҙгә ышанығыҙ һәм барыһы ла яҡшы буласаҡ.

Сара һуңында ун беренсе класс уҡыусыһы Рәмил Рюков Иосиф Уткиндың «Һин миңә хат яҙаһың» шиғырын уҡыны. Ул «Тоталь диктант» бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашып, икенсе йыл рәттән яҡшы баһа алған.

Лицейҙа 250 бала уҡый, шуларҙың 103-ө — ун беренселәр.

— «Еңеү өсөн йөҙ балл» акцияһы тәү сиратта былтыр Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға яҙған уҡыусыларҙың мәктәбендә үтәсәк. Республикала шундай 14 уҡыусы булды. Сығарылыш уҡыусыларына теләгем шул: юғары балл йыйырға тырышырға һәм уҡыусыларҙың 100 балды күсереп түгел, ә үҙ белемдәренә таянып алыуҙарын иҫбатларға кәрәк, — тине Башҡортостан Мәғариф министрлығының дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һәм белем сифатын баһалау бүлеге етәксеһе Жанна Миникеева.