9 декабрь, Йома

06 май 2015 йыл, 14:55

Башҡортостан Дәүләт төҙөлөшө ҡала һәм райондар өсөн икенсе кварталға торлаҡтың баҙар хаҡын раҫланы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты бойороғо менән Башҡортостанда 2015 йылдың икенсе кварталына дөйөм торлаҡ майҙанының бер квадрат метрына уртаса баҙар хаҡы күрһәткестәре раҫланды.

Өфөлә торлаҡтың һәр квадрат метрының баҙар хаҡы 33 771 һум тәшкил итә. Нефтекамала һәм Октябрьскийҙа — 33 500 һум, Салауатта — 32 000, Күмертауҙа — 31 200, Сибайҙа — 31 000, Ағиҙелдә — 28 000, Межгорьела — 23 600. Ҡала биләмәләре өсөн раҫланған күрһәткес — 29 000 һумдан (Дәүләкән) 33 100 һумға тиклем (Туймазы). Муниципаль райондарҙа — (Баймаҡ, Белорет, Бөрө, Благовещен, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ишембай, Мәләүез, Учалы һәм Яңауыл райондары) 25 600-ҙән алып 33 500-гә тиклем (Өфө районы).  

Дәүләт төҙөлөшө тарафынан раҫланған күрһәткестәр торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандар өсөн торлаҡ төҙөү йәки һатып алыуға субсидиялар күләмен иҫәпләгәндә файҙаланыла, тип асыҡлыҡ индерелә документта.