Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Майҙа Өфөлә ШОС илдәренең дөйөм транспорт системаһын булдырыу мөмкинлектәре тикшереләсәк

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Башҡортостандың баш ҡалаһында ШОС ағзалары булған дәүләттәрҙең транспорт министрҙары кәңәшмәһендә ойошмаға ингән илдәрҙең дөйөм транспорт системаһын булдырыу мәсьәләһе тикшереләсәк. Өфөгә ШОС ағзалары булған дәүләттәрҙең министрҙары, күҙәтеүселәр һәм партнерҙар етәкселегендә 17 милли делегация һәм халыҡ-ара төбәк ойошмалары, дәүләт-ара берекмәләр етәкселәре килә. Был хаҡта «ШОС БРИКС» Өфө-2015 төркөмө хәбәр итә.

Кәңәшмә барышында автомобиль, тимер юл һәм авиация транспорты өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү, яңы транспорт инфраструктураһын, яңы проекттарҙы сафҡа индереү тикшереләсәк. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы дәүләттәренең автомобиль юлдарын үҫтереү программаһын әҙерләү тураһында фекер алышыу ойоштороу планлаштырыла.

Кәңәшмә Өфөлә 14-15 майҙа үтә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть