6 декабрь, Шишәмбе

06 май 2015 йыл, 13:06

Өс ай эсендә Башҡортостан халҡы 3,6 меңгә кәмегән

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Ғинуар-мартта республикала халыҡ һаны 3 572 кешегә кәмегән, тип хәбәр итә Башҡортостанстат. Йыл башында теркәлгән тәбиғи һәм миграция иҫәбенә кәмеү дауам иткән.

Өс айҙа төбәктә 14 047 сабый донъяға килгән — былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 2,9 процентҡа кәмерәк. Үлеүселәр һаны, киреһенсә, 8,2 процентҡа артҡан һәм 14 148 кеше тәшкил иткән. Шулай итеп, тәбиғи кәмеү — 101 кеше.

Дөйөм алғанда, беренсе кварталда Рәсәйҙең 28 субъектында, шул иҫәптән Волга буйы федераль округының ике төбәгендә — Татарстанда (плюс 1288 кеше) һәм Удмурт Республикаһында (плюс 145 кеше) ғына тәбиғи үҫеш күҙәтелгән. Рәсәйҙә тәбиғи кәмеү артҡан. Былтыр тәүге кварталда рәсәйҙәр — 25,2 мең, 2015 йылдың ғинуар-март айҙарында 52,4 мең кешегә кәмегән.

Башҡортостанда миграция сальдоһы — кире. 13,1 мең кеше республиканан ситкә киткән, 9,7 мең кеше Башҡортостанды даими йәшәү урыны итеп һайлаған. Миграция иҫәбенә кәмеү — 3 471 кеше.