10 декабрь, Шәмбе

06 май 2015 йыл, 12:16

Салауат башҡорт драма театры Төркиәлә ойошторолған халыҡ-ара фестивалдә сығыш яһаны

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Салауат башҡорт дәүләт драма театры VIII «Мең һулыш — бер тауыш» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивалендә ҡатнашты.

Фестиваль Төркиәнең тарихи һәм мәҙәни үҙәгендә — Конья ҡалаһында уҙҙы. Ун көн буйына фестивалдә ҡатнашыусылар һәм ҡала халҡы Анкара, Бурса, Севаш, Конья, Төньяҡ Кипр, шулай уҡ Рәсәй, Косово Республикаһы, Азербайжан, Төркмәнстан һәм Ҡаҙағстан театрҙары спектаклдәрен ҡарай алды.

Башҡортостан театрынан тыш, Рәсәйҙән Дағстан Республикаһының ноғай дәүләт драма театры, «Читиген» хакас драма һәм этник музыка театры ҡатнашты.

Зөһрә Бураҡаеваның «Ҡорҡут атаның һуңғы йыры» спектакле ҙур уңыш менән үтте. Уны театрҙың баш режиссеры Зиннур Сөләймәнов ҡуйған.

— Спектаклдән һуң труппаға Конья ҡалаһы театрынан иҫтәлекле бүләктәр һәм сувенирҙар, шулай уҡ ТӨРКСОЙ-ҙың махсус миҙалы тапшырылды. Салауат театрының директор вазифаһын башҡарыусы Илдар Маннапов үҙ сиратында башҡорт балын һәм Башҡортостандың дәүләт символдары төшөрөлгән сувенир тәрилкәләр бүләк итте. Конья провинцияһы мэры халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашыусылар хөрмәтенә тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо. Унда артабан хеҙмәттәшлек итеү теләге менән Башҡортостан Республикаһы исеменән бүләктәр тапшырылды, — тип хәбәр итте Зиннур Сөләймәнов.