3 декабрь, Шәмбе

06 май 2015 йыл, 11:07

Алдағы көндәрҙә төбәктә ямғыр яуасаҡ

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Ошо арала республикала көндәр болотло буласаҡ. Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, уҙған төндә республикала урыны менән ямғыр яуған, йәшен йәшнәгән, елдең тиҙлеге секундына 15 метрға еткән.

Синоптиктар фаразлауынса, бөгөн, 6 майҙа, көн болотло буласаҡ. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуыуы, ҡайһы бер райондарҙа йәшен йәшнәүе ихтимал. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫәсәк. Һауа температураһы төндә — 5-10, көндөҙ 17-22 градус йылы.

Гидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, 9 майҙа ла көндөң болотло булыуы көтөлә. Бары тик 10-11 майҙан ғына йылыта, тип билдәләй синоптиктар.

темалар: һауа торошо