8 декабрь, Кесе йома

06 май 2015 йыл, 10:30

Айҙар Ғәлимов ауылдаштарына – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына обелиск асты

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Миәкә районының Оло Кәркәле ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштарға обелиск асылды. Иҫтәлекле мемориал булдырыу башланғысы менән ошо ауылда тыуып үҫкән Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы депутаты Айҙар Ғәлимов сығыш яһаны, тип хәбәр иттеләр «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһенән. Обелиск ҡуйыуҙа йырсының дуҫтары — Өфө, Башҡортостандың башҡа ҡалалары һәм Мәскәү эшҡыуарҙары, ябай кешеләр, ауылдаштар ярҙам күрһәтте.

Йырсының ике олатаһы ла Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Әсәһе яғынан олатаһы Ғәлим Нәғим улы Хәбиров һуғыштың иң ауыр тәүге көндәрендә уҡ яуға китә һәм ауыр яраланып ҡайта. Атаһы яғынан олатаһы, кесе сержант Бәхтиғәни Мөхәмәтғәли улы Ғәлимов 1941 йылдың сентябрендә фронтта хәбәрһеҙ юғала. Бына күп йылдар инде уның ейәндәре олаталарының һәләк булған урынын асыҡларға тырыша.

2013 йылдың 14 сентябрендә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Миңлегәрәй Фәруҡша улы Әхмәтшин, Айҙар Ғәлимов һәм Фаил Ғәлимов обелискыға нигеҙ ташы һалғайны.

Обелискты асыуға күрше райондарҙан, Өфөнән, Мәскәүҙән, Ҡазандан ҡунаҡтар, Айҙар Ғәни улының дуҫтары, обелискты ҡуйыуға өлөш индергән меценаттар килде. Тантана мәктәптә ветеран уҡытыусыларҙы ҡотлауҙан башланды. Белем усағы алдындағы майҙанда теләүселәр ялан кухняһында бешерелгән һалдат бутҡаһы менән һыйланды.

Обелискты асыу тантанаһында Дәүләт Йыйылышы депутаттары Айҙар Ғәлимов, Наил Баһауетдинов, Илдус Ғүмәров, Ринат Райманов, Руфина Шаһапова, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рәмзил Ишһарин, Миәкә һәм Бишбүләк райондары башлыҡтары ҡатнашты. Сара «Айҙар» театр студияһының концерты менән тамамланды.