8 декабрь, Кесе йома

05 май 2015 йыл, 17:47

«Толпар» хоккей клубын яңы тренер етәкләне

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Руслан Сөләймәнов «Толпар» йәштәр командаһының өлкән тренеры итеп тәғәйенләнде, тип хәбәр итә, клубтың рәсми сайтына һылтанып, sport.mail.ru.

Был вазифала Руслан Сөләймәнов ике миҙгел дауамында «йәш юлаевсылар»ҙы етәкләгән Венер Сафинды алмаштырҙы.

2012-2013 йылдарҙа Руслан Сөләймәнов етәкләгән «Торос» клубы ике тапҡыр Братина кубогын яуланы. 2015 йылдың майында «Торос» хоккей клубы етәкселеге Сөләймәнов менән килешеүҙе тарҡатыу тураһында ҡарар ҡабул итте.

Руслан Сөләймәнов — Өфө хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Ваҡытында ул Өфөнөң «Авангард», «Салауат Юлаев», Свердловскиҙың СКА, Төмәндең «Рубин» командалары өсөн сығыш яһаны. Сөләймәнов — «Салауат Юлаев» составында Рәсәй чемпионатының бронза призеры.

темалар: хоккей