Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала 600 магазин һәм көнкүреш сервисы предприятиелары ветерандар өсөн ташламалар яһаясаҡ

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

8 һәм 9 майҙа Өфөләге күп кенә магазиндарҙа, дөйөм туҡланыу һәм көнкүреш хеҙмәтләндереү предприятиеларында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, уларға тиңләштерелгән кешеләр өсөн ҡайһы бер тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә ташламалар яһаласаҡ. Ташламалар таныҡлыҡты күрһәткән осраҡта биреләсәк, тип хәбәр ителә ҡала хакимиәте сайтында.

«Хәтер» акцияһында ҡаланың 600-гә яҡын предприятиеһы, шул иҫәптән «Матрица», «Байрам», «Полушка», «Ярмарка», «Лукошко», «АиФ», «Аленка», «Альдо» магазиндар селтәре, 230 самаһы яҡында урынлашҡан магазиндар һәм баҙарҙарҙа, сауҙа-сервис комплекстарында эшләүсе эшҡыуарҙар ҡатнаша. Йөҙҙән ашыу көнкүреш хеҙмәтләндереү предприятиелары ла ташлама яһарға әҙер.

Байрам акцияһында ҡатнашыусы һәр предприятиеның ишегенә махсус плакат эленәсәк.

Бынан тыш, 3 майҙан 12-нә тиклем ветерандар йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү хоҡуғына эйә.

Баш ҡалала «Хәтер» акцияһын Өфө хакимиәте Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы менән берлектә ойоштора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть