5 декабрь, Дүшәмбе

05 май 2015 йыл, 16:42

6 майҙа Өфөнөң Зәки Вәлиди урамында хәрәкәт сикләнә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. 6 майҙа Өфөлә иртәнге сәғәт 4-тән киске 5-кә тиклем Зәки Вәлиди урамында, Ғафури һәм Аксаков урамдары араһындағы участкала, хәрәкәт сикләнә, тип хәбәр итә ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. Сикләү юлды ремонтлауға бәйле.

Ябылған участканы Аксаков һәм Пушкин урамдары буйлап урап үтергә кәңәш ителә.