3 декабрь, Шәмбе

05 май 2015 йыл, 16:04

Башҡортостанда йәшәүсе инвалид 22 көн эсендә велоколяскала Севастополгә барып етте

фото: Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте Башҡортостан республика ойошмаһының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда йәшәүсе I төркөм инвалиды Илдар Ғәлиәкбәров Өфө — Севастополь велоуҙышын тамамланы. «Башинформ» агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, уҙыш 12 апрелдә республиканың баш ҡалаһынан старт алды.

Үҙенең сәйәхәтен Илдар Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына, ветерандарға һәм Еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итеүселәргә бағышланы.

Инвалид коляскаһынан һәм велосипедтан махсус рәүештә йыйылған ҡоролмала спортсы Волгоград, Керчь, Дондағы Ростов, Феодосия ҡалалары аша 2491 саҡрым ара үткән. Көн һайын Илдарға 100-120 саҡрым самаһы үтергә тура килгән. Велоуҙыш ваҡытында сәйәхәтсегә инвалидтар йәмғиәтенең төбәк ойошмалары, урындағы халыҡ ярҙам иткән.

9 майҙа ул Севастополдә Еңеү парадында ҡатнашырға ниәтләй, унан һуң йәнә велоколяскала тыуған яғына юл тотасаҡ.

Илдар Ғәлиәкбәровҡа 37 йәш, ете йыл элек юл-транспорт фажиғәһенән һуң инвалид булып ҡала. Хәҙер ул төрлө спорт төрҙәре менән әүҙем шөғөлләнә, коляскала фигуралы йөрөү буйынса дүрт тапҡыр республика чемпионы. Севастополгә тиклем велоуҙыш — Илдарҙың ил буйынса тәүге сәйәхәте, былтыр ул республика буйлап биш көн эсендә 600 саҡрым юл үткән.