4 декабрь, Йәкшәмбе

05 май 2015 йыл, 15:13

Фәтих Ихсанов исемендәге конкурста республиканың иң яҡшы гармунсылары ҡатнашасаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 29-30 майҙа Яңауылда Фәтих Ихсанов исемендәге «Моңға бай гармун байрамы» республика конкурсы ойошторола.

Сара инструменталь башҡарыу традицияларын, гармунда һәм башҡа уйын ҡоралдарында уйнау сәнғәтен пропагандалау һәм үҫтереү, ижади ҡарашлы йәштәрҙең ҡыҙыҡһыныуын арттырыу маҡсатында уҙғарыла.

Бәйгелә солистар, тальянда, гармунда уйнаусы ансамблдәр һәм милли музыка ҡоралдарын эшләүсе оҫталар ҡатнаша. Конкурс ике йәш категорияһы (17 йәшкә тиклем һәм 17 йәштән өлкәнерәк) буйынса үткәрелә.

Байрам программаһында Фәтих Ихсанов иҫтәлегенә концерт һәм конкурс еңеүселәренең гала-концерты ҡаралған.

«Моңға бай гармун байрамы» республика конкурсы Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡорт дәүләт филармонияһы режиссеры, республикала Тальян байрамын ойоштороусы (1985, 1986, 1987 йылдар) Фәтих Ихсановҡа (1935-1992) арнала.

Сараны ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Яңауыл районы хакимиәте.