8 декабрь, Кесе йома

05 май 2015 йыл, 14:18

Өфөләге вакансиялар йәрминкәһендә йәштәргә эш табырға ярҙам итәсәктәр

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 7 майҙа Өфө ҡалаһының Халыҡ мәшғүллеге үҙәге йәштәр өсөн махсуслаштырылған вакансиялар йәрминкәһен ойоштора.

Йәрминкәлә инженер, менеджер, офис-менеджер, секретарь, оператор, бухгалтер, автомобиль водителе, ярҙамсы эшсе һәм башҡа һөнәрҙәр тәҡдим ителә.

Вакансиялар йәрминкәһе көндөҙгө сәғәт 3-тән 5-кә тиклем Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса үткәрелә.

Белешмә өсөн телефон: 251-51-55.