5 декабрь, Дүшәмбе

05 май 2015 йыл, 12:53

Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалығында идара итеүсе ойошмаларҙың бөтә Рәсәй рейтингы лидерҙары исемлегенә инде

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Белгород өлкәһе (уртаса балл — 40,86), Башҡортостан (38,54) һәм Ленинград өлкәһе (37,21) торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағында һөҙөмтәле идара итеүсе ойошмаларҙың һаны буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы өс субъекты исемлегенә инде. 2014 йылға идара итеүсе ойошмалар, торлаҡ милекселәре ширҡәттәре һәм торлаҡ-төҙөлөш кооперативтары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген баһалау буйынса бөтә Рәсәй рейтингын Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуға булышлыҡ итеү фонды төҙөгән. Йомғаҡтар фондтың сайтында бирелгән.

Рейтингта бөтәһе 38 912 ойошма — улар 734 726 йорт менән идара итә һәм «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороу» сайтында мәғлүмәт бирә.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуға булышлыҡ итеү фондынан белдереүҙәренсә, йортта йәшәүселәр, рейтинг мәғлүмәттәренә таянып, үҙҙәренең идара итеүсе ойошмаһы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен башҡаларҙыҡы менән сағыштыра һәм тейешле ҡарар ҡабул итә ала. Төбәк һәм муниципаль власть органдары ла ойошмаларҙың һөҙөмтәлелеге тураһында йыйылма мәғлүмәттәр менән файҙаланыу мөмкинлегенә эйә.