Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Оборона министрлығы Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарының яҙмышы хаҡында «Халыҡ хәтере» исемле яңы ресурс асты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Рәсәйҙең Оборона министрлығы Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарының яҙмышы тураһында «Халыҡ хәтере» тип аталған интернет-портал асты. Теләгән һәр кем ата-бабаларының ҡаһарманлыҡтары йәки уларҙың яҙмыштары хаҡында мәғлүмәт туплай, документтарын табып, ғаилә архивын төҙөй ала, тип хәбәр итә ТАСС агентлығы.

Берҙәм мәғлүмәттәр базаһында шулай уҡ Беренсе һәм Икенсе донъя һуғыштарындағы юғалтыуҙар һәм һалдат-офицерҙарҙы бүләкләүҙәр тураһында документтар тупланған. Проект сиктәрендә яугирҙәрҙең тыуған, һәләк булған һәм һуңғы хеҙмәт иткән урыны тураһында мәғлүмәттәр йыйыу, һуғыш геройҙарының яҙмышын бер епкә теҙеү буйынса ҙур эш башҡарылған.

«Халыҡ хәтере» проекты Рәсәй Президенты һәм Хөкүмәте ҡушыуы, Рәсәйҙең «Еңеү» ойоштороу комитеты ҡарары буйынса ғәмәлгә ашырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть