5 декабрь, Дүшәмбе

05 май 2015 йыл, 11:02

Республика Ҡурай байрамында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 4-5 июндә Октябрьскийҙа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған республика Ҡурай байрамы үтә. Сара «Берҙәмлек» халыҡ-ара фестивале сиктәрендә уҙғарыла.

Ҡурай байрамы Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә башҡорт музыка ҡоралын пропагандалау һәм популярлаштырыу, халыҡ инструменттарында уйнау традицияларын һаҡлау һәм уны артабан үҫтереү маҡсатында үткәрелә. Байрам көндәрендә солистарҙың һәм ҡурайсылар ансамблдәренең конкурстары ойошторола. Республика халыҡ ижады үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, бәйгеселәр үҙҙәре башҡарған көйҙөң тарихын мотлаҡ белергә тейеш.

Сығыштарға танылған ҡурайсылар, сәнғәт оҫталары, ғалим-фольклорсылар, халыҡ ижады белгестәре, үткән конкурстарҙа Гран-при яулаусылар баһа бирәсәк. Конкурс йомғаҡтары буйынса Гран-при яулаусылар (солистар араһында), лауреаттар, дипломанттар, шулай уҡ махсус приздарға лайыҡ булыусылар билдәләнәсәк.

Байрам барышында ҡатнашыусылар һәм ансамбль етәкселәре өсөн ижади лаборатория үткәреү ҡаралған.

Бәйгелә ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы 25 майға тиклем 450103, Өфө ҡалаһы, Зәйнәб Биишева урамы, 17/2 адресы буйынса Республика халыҡ ижады үҙәгенә ебәрергә кәрәк. Телефон/факс: (347) 289-65-50. Электрон почта: gukrcnt@mail.ru.