Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.22 ↑

EUR 69.26 ↑

22 сентябрь, Йома

Уфа   °

Үҙәк банк төп ставканы 12,5 процентҡа тиклем кәметте

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Бөгөн, 30 апрелдә, Рәсәй банкының директорҙар советы төп ставканы 14-тән 12,5 процентҡа тиклем кәметеү тураһында ҡарар ҡабул итте. Был хаҡта Үҙәк банкының сайтында хәбәр ителә.

Үҙәк банк йыллыҡ инфляцияның нығыныуын билдәләй. Өҫтәүенә, ҡулланыусылар хаҡтары үҫеше көтөлгәнгә ҡарағанда тиҙерәк туҡтаясаҡ. Бер йылдан (2016 йылдың апрелендә 2015 йылдың апреленә ҡарата) йыллыҡ инфляция һигеҙ проценттан кәмерәк кимәлгә һәм 2017 йылда билдәләнгән кимәлгә (дүрт процентҡа) етәсәк.

Рәсәй банкы билдәләүенсә, инфляция хәүефенең әкренәйеүенә ҡарап төп ставканы кәметеү ихтималлығы бар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть