5 декабрь, Дүшәмбе

30 апрель 2015 йыл, 16:25

Төбәктә 219 кеше, шул иҫәптән 63 бала талпандан зыян күргән

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйылғы эпидемиологик миҙгелдә медицина ойошмаларына талпандан тешләнгән 219 кеше мөрәжәғәт иткән. Уларҙың 63-ө — балалар. Дауаханаға килгәндәрҙең 34 процентына иммуноглобулин профилактикаһы үткәрелгән.

Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияһында 1 апрелдән алып 177 талпан тикшерелгән, шуларҙың туғыҙында энцефалит вирусы асыҡланған. Шуның менән бергә әлеге ваҡытта талпан энцефалиты менән ауырыусылар теркәлмәгән.

Талпан ҡаҙалған икән, кисекмәҫтән йәшәгән урын буйынса поликлиникаға, имгәнеү пунктына мөрәжәғәт итеү зарур. Уны һаҡлыҡ менән генә алырға кәрәк, юғиһә томшоғо тороп ҡалыуы ихтимал, тип кәңәш бирә белгестәр.  

Талпандың зарарлымы-түгелме икәнлеген Өфө ҡалаһы, Шәфиев урамы, 7 адресы буйынса урынлашҡан Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияһында йәки уның Күмертау, Нефтекама, Бөрө, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Октябрьский, Салауат ҡалаларындағы филиалдарында тикшертергә мөмкин. Өфөләге лаборатория көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 4-кә тиклем, 1 майҙан ял һәм байрам көндәрендә лә эшләй. Белешмә өсөн телефон: (347) 237-58-40.