11 декабрь, Йәкшәмбе

30 апрель 2015 йыл, 15:43

«Первушино» аэродромында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн байрам концерты була

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 9 майҙа «Первушино» аэродромында  «Беҙҙең киләсәк» хәйриә фонды Өфөләге инициатив төркөм менән берлектә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн «1945 йылдың күге» тип аталған байрам концерты уҙғара. Сара Еңеүҙең 70 йыллығына арнала.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, байрам программаһында һуғыш йылдары йырҙары, милли һәм этник бейеүҙәр, балалар коллективтары сығышы, ресторандар араһында иң яҡшы һалдат бутҡаһына ярыштар, парашюттан һикереү ҡаралған.